Билдәле яҙыусы, публицист, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов 75 йәшлек юбилейын билдәләне 21.12.2016

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт университетында бөгөн юбилей кисәһе лә үтте.

Бөгөнгө алҡыштар тап Тимерғәле Килмөхәмәтовтың алтын юбилейына. Уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ғөмүмән, уны яҡшы белгән замандаштары тәрән белемле, киң эрудитлы, талапсан, шул уҡ ваҡытта ихлас уҡытыусы булараҡ хөрмәт итә. Ә китап уҡыусылары Тимерғәле Килмөхәмәтов исемен телгә алғанда хикәйә, повестар оҫтаһы булған яҙыусы-прозаик итеп күҙ алдына баҫтыра. Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәт¬кәрҙәре уны, журналистар әҙерләүсе, үҙҙәренең остазы тип һанай.
Фән донъяһында ул эшһөйәр ғалим, танылған әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе булараҡ та таныш. Әйткәндәй, күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театры «Йәнкиҫәк» хикәйәһен сәхнәләштереп Тимерғәле Әбделғәлим улын драматург булараҡ танытты. Ә инде драматургия менән ул студент йылдарынан алып ҡыҙыҡһына.
Ниндәй генә лайыҡлы исемдәр йөрөтмәһен, ул һис кенә лә үҙен юғары тотмай, һәр ваҡытта¬ғыса, ябай, ихлас, киң күңелле булып ҡала белә. Шуға күрә лә уға күберәк «Тимерғәле ағай» тип халыҡса өндәшәләр икән, ул кешегә үҙ итеп ҡарау, ихтирам билдәһе. Тимәк, халыҡ уны ярата, хөрмәт итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика