Билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаева  Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү байрамы, хәрбиҙәр тормошо менән даими ҡыҙыҡһына 08.05.2015

Уның Бөйөк Ватан һуғышының ҡаты алыштарында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов хаҡында китабы донъя күрҙе. Китаптың  исем туйы Өфөнөң 35- cе мәктәбендә үтте.

Яҙыусы  Лира Яҡшыбаева  мәғариф ветераны.  Уның атаһы хәрби офицер була.  Лира Яҡшыбаеваның бала сағы һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарына тура килә. Кисәге уҡытыусы мәктәп уҡыусылары менән осрашыуға һәр ваҡыт тулҡынланып килә. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ул мәктәп уҡыусыларын  «Ҡанатлы баһадир» тигән яңы китабы менән таныштырҙы.
Башҡортостандан 285  кеше  яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһынан бөгөн Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов  ҡына иҫән-һау. 93 йәшен тултырған уҙаман Мәскәүҙә йәшәй. 23 йәшендә Советтар Созы Геройы исеменә лайыҡ булған шәхестең ҡаһарманлығы хаҡында йәш быуын иғтибар менән тыңланы. «Ҡанатлы баһадир» китабы авторына  ҡыҙыҡлы һорауҙар яуҙырҙы. Летчик-штурмлаусының батырлығы айырыуса егеттәрҙе тетрәндерҙе.
Күп тапҡырҙар үлем менән йәшәү араһында булған, һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан, бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған шәхес өсөн илебеҙ азатлығы бик тә ҡәҙерле. Ҡотдос батыр кеүек ҡаһарман геройҙарҙы үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусылар тәрбиәләгән.
Ҡотдос Латипов үҙен осорға өйрәтеүсе  талапсан уҡытыусыһы Масленниковҡа рәхмәтле. Әгәр ҙә ул оҫталыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа, ихтыяр көсөн тәрбиәләмәһә, ул иҫән ҡайта алыр инеме икән?!
Ҡанатлы баһадирға Еңеү байрамы бүләге булған китаптың исем туйынан үҫмерҙәр рух көсө, үҙенә ышаныс алды. Улар яҙыусыға тырышып уҡырға, Ватандың  тоғро илһөйәрҙәре булырға һүҙ бирҙе.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика