Билдәле режиссер Салауат Вахитовтың "Аҙашҡан һарыҡ тарихы" ҡыҫҡа метражлы фильмы Каннылағы фестивалдең шорт-исемлегенә индерелгән

Билдәле режиссер Салауат Вахитовтың "Аҙашҡан һарыҡ тарихы" ҡыҫҡа метражлы фильмы Каннылағы фестивалдең шорт-исемлегенә индерелгән 23.03.2017

Яңы кинокартина  намыҫ һәм хурлыҡ хаҡында. Сюжет буйынса көтөүҙән бер һарыҡ юғала, тап был төн көтөүсенең ейәне хайуандың ҡайҙа булыуы хаҡында төш күрә һәм улар икәүләп аҙашҡан һарыҡ артынан китә.

"Аҙашҡан һарыҡ тарихы" ҡыҫҡа метражлы фильмына кешенең күңеле һәр ваҡыт баланыҡы кеүек таҙа булырға тейеш тигән мәғәнә һалынған. Йөҙ һарыҡтың береһе юғалыуын белеп ҡалғас,  көтөүсе ейәне менән оҙон юлға сыға һәм хайуанды эҙләгәндә күп ҡаршылыҡтарға осрай.
Фильмда төп герой ролен билдәле яҙыусы, журналист Вәсил Хәлитов башҡара. "Ҡырыҫ көтөүсе булып уйнау ауырға төштө,"-ти ул.
Эш процессы финанс яҡтан ауырға төшһә лә, ижади команда идеяһын тормошҡа ашырыуҙан тайпылмай.  Ун ике минутлыҡ фильм киләсәктә "Яңынан тыуыу" тип аталған ҙур кинокартинаның бер өлөшөнә әйләнәсәк. Әлегә "Аҙашҡан һарыҡ тарихы"н Каннылағы фестивалдә лә баһалаясаҡтар. Ҙур кинобаҙарға эләгеү - үҙе бер бәхет. Яңыһын финанслауға инвесторҙар табырға мөмкинлектәр асыла. Режиссер Салауат Вахитов әйтеүенсә, буласаҡ фильмдың да сюжеты бик мауыҡтырғыс"Аҙашҡан һарыҡ тарихы" фильмында ролдәрҙе күптәрҙең һөйөүен яулаған сәнғәт оҫталары Марат Ҡорбанғәлиев, Алмас Әмиров, Людмила Воротникова, Хәким Моратзин һәм башҡа билдәле артистар башҡарған. Күләмле эш "Яңынан тыуыу" тип аталған ҙур кинокартинала урын алыр тигән өмөт бар. Артабан был проектты Рәсәй тамашасыһына ғына түгел, сит илдәргә лә прокатҡа сығарыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика