«Бейеү-шоу» 12.04.2016

Республиканың төп телеканалы эфирында сыҡҡан «Байыҡ» телевизион проекты ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына өр-яңы тамаша тәҡдим итте. «Бейеү-шоу» тип аталған тамаша халыҡ-ара бейеү көнө уңайынан ойошторолдо.

Латин, полонез, халыҡ бейеүҙәре бер сәхнәлә. Бығаса йырсы, актер, режиссер ролендә генә күреп өйрәнгән ижадсылар бөгөн үҙҙәрен бейеүсе булараҡ һынап ҡараны. 14 конкурсант соло, парлы, трио номинацияһында сығыш яһаны. Улар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусылары Ғәлиә менән Таһир Вахитовтар ҙа бар.
Ә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары мәҫәлән, парлы бейеү номинацияһы буйынса һынау тотто. Балет оҫталары тамашасы хөкөмөнә заманса стилдәге хореография композияһын тәҡдим итте. Улар тамашасыны һығылмалығы менән һоҡландырҙы.
Халыҡ-ара бейеү көнө уңайынан ойошторолған "Бейеү-шоу" тамашаһы телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Ул республиканың төп телеканалында 26 апрелдә эфирға сыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
Фаягуль
12.04.2016 22:50:48
Были на концерте "Бейеу -шоу". Остались очень довольны. Спасибо участникам и организаторам концерта. Все выступили на "Отлично". Молодцы!Браво!

Возврат к списку


Яндекс.Метрика