Бейеү буйынса драйв турнир 30.01.2016

Бөгөн Өфөнөң «Йәштәр» һарайы сәхнәһенә республиканың иң һәләтле бейеүселәре сыҡты. 18 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар араһында ойошторолған бәйгелә Башҡортостандан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә балалар ҡатнашты.

Ике өлөштән торған турнирҙа яңғыҙ бейеүселәр, төркөмдәр көс һынашты. Улар араһында заманса ла, фольклор-эстрада бейеүҙәре менән сығыш яһаусылар ҙа булды. Иң кескәй артистарға ни бары алты йәш. Мәләүез, Дәүләкән, Шишмә райондарынан килгән  бейеүселәр тамашасыларҙың, баһалама ағзаларының һөйөүен яуланы.
Конкурс аҙағында балалар өсөн дискотека ойошторолдо. Ә инде «ТНТ» телеканалының «Танцы» шоуында ҡатнашыусы Алена Гуменная уҙғарған оҫталыҡ дәресе үҙе бер тәжрибә мәктәбенә әйләнде. Бейеү оҫтаһы ҡатнашыусыларға заманса бейеүҙәр өйрәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика