Беренсе каналдың «Голос. Дети» проектында ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Рушана Вәлиеваның  хәҙер инде үҙ тамашасылары, көйәрмәндәре 10.09.2014

Ауырғазы районы ҡыҙының  «Бәйләнештә» социаль селтәрендә махсус төркөмө эшләй. Үҫмерҙең күптән түгел тәүге концерты үтте.

Башҡорт, рус, инглиз телендәге йырҙарҙы берҙәй яҡшы башҡарған Рушана Вәлиеваны яҡташтары ғорурланып «Үҙебеҙҙең һандуғас» тип йөрөтә. Ауырғазы районы ҡыҙы гитара, скрипка кеүек музыка ҡоралдарында ла оҫта уйнай. Бер генә лә буш ултырырға ваҡыты юҡ, ти Рушананың ата-әсәһе. Мәктәп, йәмәғәт тормошо, йорт эштәре, яратҡан шөғөлө...  Йәш һәләт һәммәһенә ваҡытын тигеҙ бүлә.
Тамашасы һөйөүен Рушана Беренсе каналда үткән «Голос. Дети» проектында яулай. Ул тулҡынланыу ҙа, бер үк ваҡытта яуаплылыҡ та талап иткән сығышта Алла Пугачеваның репертуарынан йыр  башҡара. Рушана Вәлиева студия тамашасыларын әсир итеп, телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен яулай. Проектта ул Башҡортостандан берҙән-бер ҡатнашыусы була.
Тәүге бенефис уңышлы үтте. Тамашасылар Рушананың сығышын көслө алҡыштарға күмде. Концерт һуңында һәр кем һәләтле ҡыҙ менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә, автограф алырға ашыҡты.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика