Белорет районындағы Сермән балалар йорто ла йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә

Белорет районындағы Сермән балалар йорто ла йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә 02.06.2015

Социаль учреждениела һәр байрам һайын тиерлек  билдәле шәхестәр, бағыусылар булып тора. Ошондай осрашыуҙарҙың береһе мотлаҡ Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнөндә ойошторола. Был юлы Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре билдәле яҡташтары, исеме учреждениеға бирелгән бөйөк актер - Арыҫлан Мөбәрәковтың ҡыҙы, Гөлли Мөбәрәкова һәм Белорет яҡтарынан сыҡҡан дәүләт эшмәкәрҙәре менән күреште.

Сабыйҙар уларға ғына хас ихласлыҡ, алсаҡлыҡ һәм бер ҡатлылыҡ менән ололар күңелен яулай. Сермән балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ҙә абруйлы ҡунаҡтарҙы ошондай эскерһеҙлеге менән арбаны. Балалар ғына түгел өлкәндәр ҙә тормошта бер наҙлы һүҙгә, йылы ҡарашҡа мохтаж. Мал, аҡса артынан ҡыуып күптәр ошондай ябай ғына изгелек, яҡшылыҡ ҡылырға онота. Ҡунаҡтар әйтеүенсә,  тыуған ояһынан айырылып яҙмыш ҡосағына ташланған, һуңынан балалар йортон төйәк иткән сабыйҙар менән аралашыу оҙаҡ йылдарға хәтирәләр ҡалдыра. Осрашыуҙа һәр балаға бүләк таратылды. Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы. Кескәй артистар ҙа Өфө ҡунаҡтарына үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика