«Беҙҙең өйҙөң йәме» китабы Брайль шрифтында сыҡты 21.07.2014

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  95 йыллығына Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабын Брайль шрифтында сығарҙы.

Бынан 60 йыл элек яҙылған әҫәрҙең темаһы әлеге ваҡытта йәнә көн һыҙығына сыҡты. Билдәле булыуынса, повесть башҡорт  малайы Йәмил менән фронт һыҙығынан  ҡотҡарылған украин ҡыҙы Оксананың дуҫлығына арналған.
Һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнгән Брайль шрифты 30 йыл элек башҡорт теленә лә ҡулайлаштырылған. Ошо ваҡыттан алып 180-дән ашыу китап донъя күргән. «Бармаҡ остарында Башҡортостан» тип исемләнгән уҡыу әсбаптары шәлкеме һуңғы арала махсус термоҡағыҙҙа ҡабарып торған һүрәттәр менән сығарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика