«Байыҡ» йәнә республика халҡын бейетте

«Байыҡ» йәнә республика халҡын бейетте 16.12.2015

Республиканың төп телеканалында эфирға сыҡҡан сираттағы бәйгегә йомғаҡ яһалды. Тамашасы меңгә яҡын бейеүсене алҡышланы. Гала-концертта тиҫтәләп ҡатнашыусы төрлө номинация буйынса бүләкләнде.

«Байыҡ»тың финал концертына күгәрсендәр «Хәйбулла байығы» бейеүен алып килгән. «Ынйылар» халыҡ фольклор төркөмө мәртәбәле бәйгелә тәүге йыл ҡатнаша. "Һайлап алыу турҙарында уңышлы сығыш яһау - күңелгә дәрт, киләсәккә ышаныс өҫтәне,"- ти бейеүселәр. Йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ихтирам иткән коллектив зәңгәр экран аша халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән дә инде.

Гала-концертҡа һайлап алынған сираттағы бейеү ҙә тамашасы күңеленә үтеп ингәндер. «Хан ҡыҙы»н зифа буйлы, һомғол, нәзәкәтле ҡыҙ башҡырҙы. Бейеүҙе Нәркәс Юлдашеваға әсәһе өйрәткән. Милли ҡоралдар моңона ул оҫта баҫты, хәрәкәттәр талғынлығы менән арбаны.

«Байыҡ» конкурсы һигеҙенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл биш йөҙҙән ашыу ғариза бирелгән. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәр араһында, күрше төбәк вәкилдәре лә бар. Татарстандан, Һамар, Силәбе, Пермь өлкәләрен финалға сығыусылар бар.

«Байыҡ» телевизион конкурсын 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк «Бөтә донъя фольклориада»һына әҙерлек тип әйтһәк тә була.

Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыр өсөн төпкөл ауылдарҙа ла ижади төркөмдәр булдырыла, йыл һайын яңы исемдәр асыла, яңы проекттар үҙ эшен башлай. Был йәһәттән республика сәнғәте йыл да байый һәм яңыра.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика