«Байыҡ» һәм «Перовский»  Будапешт сәхнәһендә 09.04.2015

Баймаҡ районының һәүәҫкәр бейеүселәре  Венгрияла уҙған халыҡ бейеүҙәре фольклор фестивалендә  ҡатнашып ҡайтты. Европа тамашасыларына улар ҡурай моңон ишеттерҙе,  башҡорт халҡының  боронғо бейеүҙәрен бүләк итте.

Будапешта үткән фольклор фестиваленең маҡсаты - төрлө халыҡтар мәҙәниәте һәм  бейеү сәнғәтен өйрәнеү. Былтыр ноябрҙә Венгрия ғалимдары Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеп, һәүәҫкәр бейеүселәрҙе һайлап ала. Халыҡ-ара  фестивалдә ҡатнашыу  бәхете  Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Әнүәр Солтангилдин менән Буранбайҙан  Фәттәх  Аралбаевҡа, шулай уҡ Әбйәлил районынан   сәсәниә  Хәнифә  Әбүбәкироваға тәтей.  10 көн дауамында яҡташтарыбыҙ венгр тамашасыларын башҡорт бейеү сәнғәте менән таныштыра,  уларға ҡурай моңон ишеттерә. Онотолмаҫ осрашыуҙар ваҡытында ике халыҡ вәкилдәре лә бер-береһенең телдәр, көйҙәр  һәм мәҙәниәттәр оҡшашлығына иғтибар итә.  
Уҙған быуаттың 70-се  йылдарынан алып был илдә боронғо фольклор, йыр-бейеүҙәрҙе тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленгән. Заманса дискотекаларға ҡарағанда, венгрҙар төрлө клубтарға тупланып халыҡ  бейеүҙәрен башҡарырға ярата. Боронғо сәнғәткә ихтирам күрәһең, күңел торошона ла ыңғай йоғонто яһай. Яҡташтарыбыҙҙы венгр халҡы һәр кемгә ихтирамлы  мөнәсәбәте, ябайлығы һәм ихласлығы менән дә арбаған.
Фестиваль һуңында Башҡортостан вәкилдәре  венгр дуҫтарына биш  ҡурай бүләк иткән. Башҡорт халҡының  боронғо музыка ҡоралына ғашиҡтар  алыҫ тарафтарҙа ла арта бара.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика