«Байыҡ» балалар бейеү конкурсында Гран-приҙы Әбйәлилдәр яуланы

«Байыҡ» балалар бейеү конкурсында Гран-приҙы Әбйәлилдәр яуланы 11.07.2016

Күгәрсен районының «Мораҙым»  тарлауығында һигеҙенсе йыл рәттән уҙғарылған «Байыҡ» телевизион бәйгеһе ойоштороу кимәле, бейеүҙәрҙең төрлөлөгө менән үҙенсәлекле булды. Республиканың йәш таланттары күп булыуы сәбәпле, был юлы ҡунаҡтар  Рәсәйҙең ике төбәгенән: Төньяҡ Осетия менән Татарстандан ғына саҡырылды.

«Мораҙым» тарлауығында үткән быйылғы бейеү бәйгеһе ырыуҙар йыйынын хәтерләтте. Республика район-ҡалаларынан килгән балалар үҙ ерлегенә хас бейеүҙәрен тәҡдим итте. Сәхнәлә башҡарылған һәр бейеүҙә халҡыбыҙҙың данлы үткәне, ынтылышы, киләсәккә төбәлгән киң ҡарашы, уй-хыялдары сағылды.
Әбйәлил ҡыҙының «Француз яулығы»н ябынып башҡарыуымы, әллә Күгәрсендәрҙең «Тәпән» бейеүе менән башҡорт ҡымыҙын данлауымы, йә Бишбүләктәрҙең көмөш беләҙеген, еҙ үксәләрен сыңлатып бейеһенме, ғөмүмән һәр сығыш ҙур бер тамашаны хәтерләтте. «Байыҡ» конкурсының киң популярлыҡ алыуын балаларҙың күпләп ҡатнашыуынан бигерәк, географияның киңлеге аша белергә мөмкин. Быйыл тәүге тапҡыр Шишмә һәм Баҡалы райондары, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһы сығыш яһаны.
Был иһә республикала башҡорт бейеү мәктәбенең үҫеше өсөн яҡшы мөмкинлектәр булыуы хаҡында һөйләй. Һигеҙ йыллыҡ тарихлы «Байыҡ» балалар бәйгеһе - бейеүселәрҙең күбеһе өсөн сәнғәт донъяһына тәүге аҙым. Әйткәндәй, тап «Байыҡ» өсөн балалар баҡсаларында бейеү түңәрәктәре, ансамбль ойоштороуҙары ла маҡтауға лайыҡ, тиелде конкурста.
Тап Әбйәлилдәр данлыҡлы балетмейстр Фәйзи Ғәскәровтың «Зарифа» бейеүен башҡарып Гран-приға лайыҡ булды. Байымдар легендар «Зарифа» бейеүен өйрәнеүгә күп көс һала. Өйрәнеү ҙә еңеү бирелмәгән. Бейеүҙең мәғәнәһен күрһәтеү, уның бар нескәлеген асып һалыу өсөн профессиональ бейеүселәр менән кәңәшләшеп эшләргә тура килә. Бейеү - халыҡтың күңел көҙгөһө. Шуға ла бейеүсенең сәхнә түренә сығып илке-һалҡы тыпырҙатыуы урынһыҙ, бейеүҙең йәне булырға тейеш, ти ансамбль етәксеһе.
Быйылғы «Байыҡ» бейеү конкурсы ла үҙ маҡсатына иреште. Сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелгән таланттар,  йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙ бейеүҙәрен бар нескәлектәренә төшөнөп, бик оҫта башҡарҙы, хәрәкәттәрен аныҡ, теүәл атҡарҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә, бейеүҙәребеҙҙең милли колоритын күрһәтә алды. Был - халыҡ бейеүҙәренә булған һөйөүҙең, ҡыҙыҡһыныуҙың кәмемәүенә, ә киреһенсә, артыуына асыҡ дәлил.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика