«Байыҡ-2014»

«Байыҡ-2014» 14.07.2014

Күгәрсен районында Башҡортостан юлдаш телеканалы уҙғарған 6-сы халыҡ-ара «Байыҡ»  телевизион фестивале үтте. Райондың иң күркәм тәбиғәт паркы -  «Мораҙым тарлауығы»на илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 360 бейеүсе йыйылды. Бәйгелә Төнъяҡ Осетия, Хаҡас, Ҡырғыҙстан республикаларынан, Әстрахан, Мәскәү, Һорғот ҡалаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән 6 йәштән 16 йәшкә тиклемге бейеүселрә көс һынашты.      

6 йәшлек Ләйсән Золотарева Учалы районынан килгән. Бейеү оҫталығына ҡыҙҙы атаһы өйрәтә, ә костюмдарҙы әсәһе тегә.  «Байыҡ» телевизион конкурсында Ләйсән ҡыҙҙар араһында 2-се урын яуланы.  
Бәйге сәхнәһе төрлө халыҡтар бейеүҙәренән  кискә тиклем гөрләп торҙо. Ижади коллективтарҙың күбеһе фестивальдә беренсегә түгел.
Әстрахандан «Эверест» милли бейеү театры «Байыҡ» фестивалендә 4-се тапҡыр ҡатнаша. Театр бейеүселәре быйыл да  кавказ бейеүҙәре меннә тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Сағыу милли костюмдар, дәртле бейеүҙәр һәм балаларҙың шат тауыштары. Байыҡ фестивален ошо сифаттарҙан башҡа күҙ алдына килтереүе мөмкин дә түгел.  Ҡырғыҙстандан «Ҡаухар» ансамбле  бейеүселәре лә ошо фекерҙе арҫланы.
Башҡортостан райондарынан  быйыл «Байыҡ» конкурсында ике йөҙҙән ашыу бейеүсе ҡатнашты. Балалар фестивалде түҙемһеҙелк менән  көткән.  
Башҡортостан юлдаш телеканалы уҙғарған фестиваль хәҙер инде халыҡ-ара статусҡа эйә. Унда ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта, йәш бейеүселәрҙең сығыштары камиллаша бара.
Ҡалтасы районының «Холмичи» ансамбле 35 йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә улар ҡалаҡ менән уйнау буйынса оҫтарып бөткән. Концертҡа ла үҙенсәлекле тамаша әҙерләгән. Ҡалаҡ менән уйнағанда иң мөһиме - ритм, ти ансамбль етәксеһе.
Фестивальдә ҡатнашыусы һәр кем бүләктәр алды. Яңғыҙ бейеү номинацияһында Баймаҡ районынан Рәил Рәхмәтуллин гран-приға лайыҡ булды. Дуэттар араһында Әбйәлил районынан Рифат Сәйетғәлин  менән Эльвина Ғәббәсова, ә коллективтар араһында Баймаҡ районынан «Ирәндек» ансамбле еңеүсе исеме яуланы.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика