Байрам уңайынан Өфөнөң «Ватан» этнопаркында «Ватан һаҡсылары» тип исемләнгән хәрби-тарихи реконструкция ойошторолдо 23.02.2017

Патриотик йүнәлештә эшләгән клуб ағзалары уҙған быуаттарҙағы күләмле алыштар һәм һуғыштарҙан күренештәр менән таныштырҙы.

Рус дәүләтенең ныҡлығы - ир-егеттәрҙең батырлығында, ил сиктәрен һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй дошманға ҡаршы көрәшкә ынтылыуында. Өфөнөң «Ватан» этнопаркында сираттағы алыш - тарих биттәренән сәхнәләштереү күрһәтелде. Байрам уңайынан Урта быуат осорондағы хәрби кейемдәр һәм ҡоралдарҙың теүәл күсермәләре менән баш ҡала халҡы яҡындан таныша алды.
Артабан барабан тауышы аҫтында ҡапыл 16-17-се быуатҡа эләгәһең. Хәрби-тарихи реконструкцияла стрелецтар, әйтерһең дә, сираттағы алышҡа әҙерләнә. Республика биләмәһендә ялланып эшләгән хәрбиҙәр Өфө ҡәлғәһе төҙөлә башлағас ойошторола. Бөрө ҡалаһынан килгән делегация шул осор көнкүреш әйберҙәрен дә күргәҙмәгә тәҡдим итә. Сәхнәләштереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Улар был кейемдәрен үҙҙәре теккән, барлыҡ биҙәүестәр ҙә - уларҙың ҡул эштәре.  Таңһылыу Рәхмәтуллина башҡорт ҡыҙы булараҡ айырылып торҙо.
Башҡортостандың тиҫтәгә яҡын хәрби-тарихи клуб ағзалары үткән быуаттарға кире әйләнеп ҡайтып, Наполеон армияһы менән ҡаты алыш, совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығын да күрһәтте. Бөйөк Ватан һуғышы ла бит ни тиклем генә аяуһыҙ юғалтыуҙар килтермәһен, еңеү менән тамамлана.
Өфөнөң «Ватан» этнопаркында ил батырҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Уҙған быуат шаңын оноторлоҡ түгел. Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары тарафынан бөгөн дә хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ҡәберҙәрен эҙләү эше дауам итә. Ниһайәт, «Ҡыҙыл Армия» сафында хеҙмәт иткән Илья Овсянниковтың да ҡәберлеге  табылған. Ленинград блокадаһында һәләк булған яугирҙың туғандары өсөн был ҡыуаныслы яңылыҡ. Уларға рядовойҙың  шәхси әйберҙәре тапшырылды.
Һуңғы һалдат ерләнмәйенсә, һуғыш тамамланмай тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ҡәберҙәрен эҙләү эше тағы ла дауам итәсәк.
«Ватан» этнопаркында концерт та ойошторолдо. Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары үҙ сығыштары менән барыһына ла байрам бүләк итте. Сәхнәлә һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Ҡурай моңдары тынманы. Артистарҙың күбеһе үҙҙәре лә ҡасандыр әрме сафында хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы бурысын үтәгән.
Сара аҙағында баш ҡала халҡы һалдаттарҙың заманса ҡоралландырыуын да ҡараны. Йәштәр бөгөнгө әрме көслө һәм ныҡ икәнлеген ысын мәғәнәһендә күрһәтә алды. Шулай ҙа күк йөҙө тыныс булһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика