Байрам төнөндә  нимә көтә? 31.12.2015

Беҙҙең хәбәрселәр Өфөләге Яңы йыл тамашаларын барланы.

Өфөләге төп байрам саралары йылдағыса  ҡала советы янындағы майҙанда  үтә. Киске туғыҙҙа Рус драма театры алдында ҙур концерт башлана, ул төнгө икелә йола буйынса Яңы йыл фейерверкы менән тамамлана.
Күңел асыу урындары, һырғалаҡтар баш ҡаланың барлыҡ биҫтәләрендә лә ойошторолған. Иң күркәм шыршыларҙың береһе Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда ҡуйылған. Ҡаланың бер мөйөшөнән икенсеһәнә сәфәр ҡылыу өсөн транспорт системаһы ла  төндә өҙлөкһөҙ эшләй. Шулай ҙа ҡайһы бер мөһим үҙгәрештәр ҙә бар.
Төнгө Өфөнә ҡыҙҙырыусы таксиҙар бөгөн 50 процентҡа хаҡын күтәрер тип көтөлә. Шәхси маршрут таксиҙарында ла ғәҙәттәгенән ҡиммәтерәк сәфәр ҡылырға тура киләсәк. Был тәү сиратта ихтыяждың артыуы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе байрам төнөндә  эшкә сығарыу менән бәйле тип билдәләй белгестәр. «Башавтотранс»  төп йүнәлештәрҙә өҫтәмә маршруттар асырға  ниәтләй, шулай ҙа улар ни бары ун икегә тиклем генә йөрөйәсәк. Электр транспорты, атап әйткәндә, троллейбустар халыҡты төнгө сәғәт өскә тиклем хеҙмәтләндерә. Дәүләт циркы, Пушкин урамы , Зорин исемендәге депо  йүнәлеше  һәм «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһенә икешәр трамвай  бүленгән. Улар ҙа байрам майҙандарындағы пассажирҙарҙы ташырға әҙер.
Республиканың барлыҡ тәртип һаҡлау органдары, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы һәм башҡа ведомстволар Яңы йыл төнөндә көсәйтелгән режимда эшләй. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, травпункттарҙа ла тәүлек әйләнәһенә хеҙмәткәрҙәр дежур итә. Айырым дарыуханалар ҙа байрам көндәрендә мөрәжәғәт итеүселәргә асыҡ. Яңы йыл төнө имен һәм күңелле үтһен.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика