Байрам көнөндә Баймаҡ районынан 14 ғаиләгә торлаҡ сертификаттары тапшырылды 11.10.2014

Федераль программа ярҙамында  йәш ғаиләләр йәшәү шарттарын яҡшырта аласаҡ.

Баймаҡ ҡалаһында республика көнө үҙәк майҙанда ауыл эшсәндәре тауарҙары йәрминкәһенән башланды. Көҙ башынан алып һәр шәмбе үткәрелә килгән йәрминкә был юлы икеләтә муллығы менән халыҡты йәлеп итте.  Байрамға йыйылыусылар өсөн шулай уҡ спорт уйындары ойошторолдо, кескәйҙәр өсөн аттракциондар эшләне, йүнселдәр йылы сәй менән һыйланырға әйҙәне. Далан төркөмө концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Рәсми тантана ҡала Советы һәм хакимиәтенең төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам айҡанлы маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырыуҙан башланды. Ошо көндәрҙә ун дүрт йәшен тултырған алты йәш баймаҡлыға байрам көнө ҡулдарына паспорт алыу бәхете лә тейҙе. Байрамда шулай уҡ 14 ғаилә торлаҡ сертификаттары алып һөйөндө. Йәш ғаиләләр өсөн федераль программала ҡатнашып торлаҡҡа сертификат алыу ҙур ярҙам.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика