Баймаҡта республикаға билдәле хужалыҡ эшмәкәре Әкрәм Ниғмәтуллин иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте 27.02.2016

Шулай уҡ  арҙаҡлы шәхес хөрмәтенә район  хакимиәте бинаһында таҡтаташ асылды. Сараға республика  төбәктәренән мәртәбәле ҡунаҡтар, Әкрәм Ниғмәтуллиндың  дуҫтары йыйылды.

Һәр саҡ янып йөрөгән хужалыҡ эшмәкәре, тынғыһыҙ етәксе булыуы  арҡаһында Әкрәм Ниғмәтуллиндың ғүмере ҡыҫҡа  була.  Ауыр йылдар уның һаулығына ла тәьҫир итмәйенсә ҡалмай. Тыуған иленең тоғро улы, ысын патриоты булған Әкрәм Әғзәм улы  61  генә йәшендә был донъя менән хушлаша.  Баймаҡ еренең  үҫешендә абруйлы ир-уҙамандың роле баһалап бөткөһөҙ, ул эшләгән осорҙа район ярайһы уҡ үҙгәреш кисерә. Был иһә 197 йылғы ҡоролоҡ, 86-сы йылда Ленин орденлы Йылайыр совхозының ҙур уңыш  алған осоро, 90-сы йылғы үҙгәртеп ҡороу - барыһы ла Әкрәм Ниғмәтуллиндың эшләгән мәлдәренә тура килә.  Баймаҡтар  үҙҙәренең күренекле шәхестәрен онотмай  уларҙың яҡты иҫтәлегенә аяттар бағышлай, исемдәрен мәңгеләштерә. Әкрәм Әғзәм улы тыл да тынғыһыҙ  етәксе булһа, өйҙә ышаныслы  тормош иптәше һәм хәстәрлекле  атай.  
Ҡасандыр  Баймаҡ - Илеш дуҫлығын артабан ойоштороусы һәм бөгөнгәсә был ике райондың үҙ -ара аралашып йәшәүендә Әкрәм Әғзәм улының өлөшө ҙур. Шулай уҡ республикала билдәле «Байыҡ» бейеү бәйгеһенә лә иң башта  ул нигеҙ һала. Байыҡ һуңынан ғына республикала үткәрелә башлай. Ҡайҙа  ғына, ниндәй генә өлкәлә  эшләмәһен, кадрҙарға һаҡсыл, ныҡ талапсан, кеше менән уртаҡ тел  таба белеүе  менән  халыҡ араһында  тиҙ генә хөрмәт һәм абруй ҡаҙана ла инде.
Артабан халыҡ ижады үҙәгендә   хәтер һәм ҡәҙер кисәһе дауам итте. Бында ҡасандыр «Таналыҡ» колхозында, Сибай һәм Йылайыр совхоздарында Әкрәм  Ниғмәтуллин  менән  бергә ең һыҙғанып  эшләгән  белгестәр ул саҡтарҙағы  йылы хәтирәләр  менән бүлеште.  
Үҙенең артынан яҡты эҙ ҡалдырған,  заманында барыһын да халыҡ өсөн эшләгән һәләтле етәксе Әкрәм Ниғмәтуллинды был көндө  барыһы ла һағынып иҫкә алды.  Кисәләге  йылы  хәтирәләр һәр кемдең  йөрәгендә оҙаҡ уйылып ҡалыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика