Баймаҡта Әҙәбиәт йылын  ябыу тантанаһы үтте 21.12.2015

Сараға төбәктән сыҡҡан яҡташ яҙыусылар, һүҙ оҫталары, ҡыҫҡаһы, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды.

Әҙәбиәт йылы Баймаҡтар өсөн уңышлы булды. Йыл дауамында быға  тиклем  танылмаған яңы исемдәр  асылды. Һәр ауыл үҙенең әҙәбиәт һөйөүселәрен,һүҙ оҫталарын, ҡәләм тибрәтеүселәрен билдәләне.   Һәм дә  шуныһы һөйөнөслө, әҙәбиәт йылында китап менән дуҫ  булғандарҙың  һаны артҡан. Сарала  тотош ғаилә,  класс, хатта иң күп китап уҡыған ауылдар билдәләнде.  Иң күп китап уҡыусы ғаилә тип Бөрйән йылға ауылынан Үлйәбаевтар  ғаиләһе танылды. Улар йыл дауамында 240 китап уҡыған.
Белеүебеҙсә, әҙәбиәт йылы сиктәрендә  ҡөҙрәтле һүҙ фестивале лә иғлан ителгәйне.  Әҙәби  фестиваленең төп символы  ‐ һөлгө бөтә ауыл хакимиәте буйлап сәйәхәт итеп,  унда хаҡ  һүҙҙәр  баҫылды. Был фестивалдә  еңеүсе  тип,  Ишбирҙе ауылы хакимиәте  танылды.
Яңы бөрөләнеп килгән  йәш яҙыусылар өсөн дә йыл уңышлы булды. Әйтергә кәрәк, улар халыҡ күңеленә  үтеп инерлек,  рухи аҙыҡ булырлыҡ әҫәрҙәр ижад итте, үҙ емештәрен хатта интернет селтәре аша уҡыусыларға еткереү  бәхетенә  иреште.
Әҙәбиәт йылы, ысынлап та Баймаҡтар өсөн һөҙөмтәле булды. Әммә йыл тамамланһа ла,  китап һөйөүселәр,  әҙәбиәт менән дуҫ булғандар көндән‐көн артыр,ҡәләм тибрәтеүселәр тағы ла  үҙҙәренең яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыр, уҡымлы китаптар сығыр, матбуғатыбыҙҙың бәҫе, ҡото  тағы ла  артыр тигән  өмөттәбеҙ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика