Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды 29.10.2015

Шулай уҡ урындағы иман йортона ла яҡташтары билдәле ғалимдың исемен биргән.

Күренекле тарихсы - ғалим Әнүәр Әсфәндиәров 20-нән ашыу монография, 12 китап, дәреслектәр, 300-гә яҡын тарихи-ғилми мәҡәлә авторы. Ул фән донъяһында ҙур хеҙмәттәр яҙып халҡының хөрмәтен һәм абруйын яулаған билдәле шәхес.  Бер йыл  элек вафат булған Әнүәр Әсфәндиәровты ауылдаштары бөгөн дә һағынып иҫкә ала.  Уның вафатынан һуң Сыңғыҙҙар яҡташтарының исемен   мәңгеләштерергә ҡарар итә. Ауыл  халҡы, имам-хатиб, урындағы шәхси эшҡыуарҙар  ярҙамында  мәҙәниәт йортона  Әнүәр Зәкир улына таҡтаташ ҡуя.
Ауылға нур бөркөп ултырған мәсет тә хәҙер Әнүәр Әсфәндиәровтың исемен йөрөтә. Уның рухына бағышлап ҡорбан салдыралар, аяттар  уҡыла. Үҙенең  артынан яҡты эҙ ҡалдырған күренекле тарихсы хаҡындағы хәтирәләр ауылдаштары  йөрәгендә һаҡлана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика