Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы оҫта шәл бәйләүселәр менән дан тота

Баймаҡ районының  Ишмырҙа ауылы оҫта шәл бәйләүселәр менән дан тота 17.01.2017

Шуларҙың береһе  Зөлфиә Солтанғолова. Айырыуса ҡышҡы һалҡындарҙа оҫтаның мамыҡ шәлдәренә  һорау бермә-бер арта.

Ҡул эштәренә  Зөлфиә  Солтанғолова   бишенсе класта уҡыған  сағында  уҡ  өйрәнә. Тора бара был  шөғөл күңел йыуанысы һәм табыш сығанағына әйләнә. Әле баҡса эштәре  күптән  тамам,  малдар кәртә-ҡурала. Шуға күрә  йылы мамыҡ шәлдәр бәйләүгә ул көндә ваҡыт таба. Ҡасандыр  балаларҙы уҡытыуға ла, йорт һалып инеүгә лә мамыҡ шәлдәр ныҡ ҡына ярҙам итте, ти  оҫта.  Хужабикәнең  дебет шәлдәре  был  төбәктә лә  ҙур һорау менән  ҡулланыла.  Кемдер  килен  һөйөүгә,  бәғзеләр  ҡыҙҙарына әленән-әле заказдар бирә.  Шәл бәйләүсенең,  хатта  үҙенә күрә юрауы ла бар.
Ә шәл бәйләүгә сеймал-дебеттәрҙе хужабикә Көйөргәҙе һәм  Ейәнсура райондарынан һатып ала.  Яҡшы дебет өсөн, кәзәгә лә айырым иғтибар  һәм тәрбиә   кәрәк икән.
Үткән йыл  ул  Ейәнсурала  үткән «Башҡорт шәле» республика фестивалендә лә ҡатнашып, лауреат булып ҡайта.   Был да оҫтаға артабан тағы ла  кәсебен киңәйтеүгә   ҡанат өҫтәй. Дөйөм алғанда,  Ишмырҙа ла  оҫта шәл бәйләүселәрҙән тыш, шулай кәзә һөтөнән  ҡымыҙ, сыр эшләүселәр ҙә  байтаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика