Баймаҡ районының ауыл биләмәләре араһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторолған смотр-конкурс тамамланды 10.02.2015

Үҙешмәкәр коллективтар район мәҙәниәте йортонда сығыш яһаны.

Сарала 21 ауыл советы ҡатнашҡан. Ә иһә иң-иңдәре районыбыҙҙың мәҙәниәт йортона йыйылды. Концерт программаһы Һуғышҡа тиклемге тормош, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәм Тыныс тормош тигән  өс өлөштән алып барылды.
Смотрҙа мәктәп уҡыусыларынан алып оло йәштәгеләргә тиклем ҡатнашты. Иң оло ҡатнашыусы 80 йәшлек инәйҙәр булды.  Һәр коллектив үҙенсәлекле, темаға ярашлы рәүештә әҙерләнгән ине. Сағыу йыр, бейеү менән бер рәттән театраль сәхнәләштереүҙәр, йолалар менән үрелеп барған тамаша халыҡ күңеленә хуш килде, дәррәү алҡыштарға күмелде.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы уҙғарылған сара үҙ йәһәтендө йәш быуынға халҡыбыҙҙың үткәнен танырға тағы бер мөмкинселек асты. Бер яҡтан ул патриотик рух тәрбиәләһә, икенсе күҙлектән тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятты.
Рүзилә Вахитова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика