Баймаҡ районында Ҡымыҙ брейк мәғариф форумы үтте 30.06.2017

Сара Башҡортостандын Йәш яҡташтар ассоциацияһы тәҡдиме менән ойошторолдо.  Форумда спорт ярыштары, төрлө  конкурстар уҙғарылды,  күргәҙмәләр эшләне. Егеттәр-ҡыҙҙар заман йәштәренең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә арналған түңәрәк өҫтәлдәрҙә, тренингтарҙа фекер алышты.

Иҡтисади  көрсөк  идеяларга аяҡ салмай,ә киреһенсә йәштәргә яңы мөмкинлектәр аса.хатта ҡайһы бер аналитиктар ошондай үҙгәрештәр заманы  тормош ҡиммәттәрен ҡайтанан баһалау өсөн бик уңай тип билдәләй.  Ойошторолған  форум   Өфө  һәм башҡа ҙур ҡалаларға уҡырға йәки эшләргә килгән ауыл йәштәренә йәмғиәттә урынын табырға, үҙен күрһәтә белеүҙә ярҙам итеү кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Форум шулай уҡ лидерҙарҙы, ҙур мөмкинлектәргә эйә булған йәштәрҙе асыҡларға ярҙам итте. Әйтәргә кәрәк, был юҫыҡта эштәр һөйөндөрөрлөк. Хәҙер иһә алдынғы ҡарашлы йәштәр байтаҡ.  Сарала үҙен әүҙем күрһәткән   егет-ҡыҙҙар иһә   бөтә Рәсәй форумдарына һәм «Урал Мираҫы» милләт-ара мәғариф форумында ҡатнашыу бәхетенә эйә булды.
Мәғариф форумында йәштәрҙең үҙ-ара аралашыуы, фекер уртаҡлашыуы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреүе ҙур әһәмиәткә эйә булды.  Йыйында ҡабул ителгән ҡарарҙар артабан берҙәм көс менән бойомға атҡарылыр, әлбиттә.  Командаларға килгәндә улар төрлө өлкәлә уҡыған, эшләгән йәштәр ине. Шуларҙың  береһе беҙҙең коллегалар Юлдаш плюс интернет йәштәр командаһы.
Ике көн дауамында барған  форумда   түңәрәк  өҫтәлдәрҙән тыш шулай уҡ  төрлө спорт уйындары, файҙалы танышыуҙар, танылған шәхестәр менән осрашыуҙар, квесттар  ойошторолдо.  Сара күңелле концерт дискотека менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика