Баймаҡ районында тыуып үҫкән шәхес, академик, иҡтисад фәндәре докторы Мазһар Иҫәнбаев быйыл үҙенең һикһән йәшлек юбилейын билдәләй

Баймаҡ районында тыуып үҫкән шәхес,  академик, иҡтисад фәндәре докторы Мазһар Иҫәнбаев быйыл  үҙенең һикһән йәшлек юбилейын билдәләй 27.10.2016

Ошо уңайҙан Икенсе Этҡол ауылында  ғалимдың тыуған  нигеҙендә таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы.

Был нигеҙ Мазһар Иҫәнбаевтың  тәүге тәпәй баҫҡан эҙҙәрен, бала саҡ, атай йорто  хәтирәләрен һаҡлай.   Шуға күрә, күренекле яҡташыбыҙҙың күңел түрендә һаҡланған иң ҡәҙерле  ер ул . Яҙмыш елдәре уны ҡайҙа ғына илтһә лә  Мазһар Насип улы  тыуған яҡтары менән бәйләнеште өҙмәй.   Әленән-әле урында башҡарылған ҙур эштәр менән ҡыҙыҡһына,  ауылдаштарына  һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.  
Нәҫел ептәрен барлап,  сараға туғандар, ауылдаштар  бергә йыйылды.  
Мазһар Иҫәнбаевтың  бер туған  ағаһы һәм һеңлеһе лә бөгөн  гүр эйәһе.  Тыуған   нигеҙгә ултыртылған ағастар ата-әсә, туғандарҙың  изге рухына  бағышланған ҡомартҡы буласаҡ.
Мазһар Насип улы тыуған ауылының  өмөтлө йәштәрен  үҫтереү, уларға ярҙам итеү теләге менән 2003  йылда үҙенең махсус стипендияһын да  булдыра. Ошо ваҡыттан алып егерме дүрт уҡыусы академик стипендияһына лайыҡ була. Мәктәп китапханаһында, уҡыу кабинеттарында ул бүләк иткән техник саралар, тормош нигеҙҙәрен өйрәтеүсе китаптары  лайыҡлы урын алған.
Сара һуңынан килгән ҡунаҡтар ауыл урамдары буйлап сәйәхәт ҡылды.  Был  төбәк үҙенең  билдәле шәхестәре менән ғорурлана ала. Һәм был тойғо дауамлы буласаҡ. Сөнки улар ата-балалары донъя көткән төйәкте онотмай,  улар хөрмәтенә    таҡтаташ  аса.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика