Баймаҡ районында Курск атом һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған мичман Фәнис Ишморатов иҫтәлегенә стела асылды

Баймаҡ районында Курск атом һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған мичман Фәнис Ишморатов иҫтәлегенә стела асылды 24.12.2016

Йәй айҙарында урындағы халыҡ инициативаһы һәм район башланғысы менән төҙөлә башлаған стела Мерәҫ ауылы яны юл сатында урынлашлашты.

Бынан ун алты йыл элек Курск атом һыу аҫты кәмәһендә фәжиғәле рәүештә 118 егеттең ғүмере өҙөлдө, улар араһында Башҡортостандан 25 йәшлек яҡташыбыҙ, техник-турбинасы булып хеҙмәт итеүсе Фәнис Ишморатов та булды. Йәшләй һәләк булған моряктың исемен мәңгелләштереү идеяһын Фаил Әбүбәкиров бирә, уны Фәнистең атаһы ҡыуанып ҡабул итә. Ауылдаштары иҫтәлегенә арналған стелла урындағы халыҡ көсө менән тиҙ арала күтәрелә.
Тап ошо тау битләүендә Фәнис Ишморатов һуңғы тапҡыр тыуған ере менән хушлаша. Стелланың юл саты урынлашыуы киләсәктә юлсыларҙың туҡтап, яҡташыбыҙҙы иҫкә алып китергә мөмкинлек бирәсәк. Ә стелланың эскизына килгәндә, уны скульптор, тиҫтәләгән төрлө мемориаль комплекстар авторы Фаяз Ғәбиҙуллин башҡара
Тантаналы сараға батырҙарса һәләк булған мичмандың ауылдаштары, туғандары йыйылды. Уның иҫтәлегенә аят уҡылды, яҡты һүҙҙәр әйтелде. Әлбиттә, фәжиғәле рәүештә йәшләй генә ғүмере өҙөлгән егеттең исемен мәңгеләштереү, уның хаҡында  киләһе быуынға еткереү-изге эш.    
Төбәктә яҡташыбыҙ иҫтәлегенә төрлө саралар ойошторола, уның исеме менән урамдар атала. Ә был стелла районда- Баренцев диңгеҙендәге фажиғә арҡаһында һәләк булған моряктарға мәңгелек иҫтәлек булараҡ сафҡа инде.  Тере саҡта Батырлыҡ миҙалы менән алып ҡыуанмаһалар ҙа, бөгөн мәрхүмдәрҙең яҡты рухы изге эште күреп  һоҡланалыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика