Баймаҡ районы Темәс ауылында республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең конференцияһында үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарын үҫтереү  буйынса бурыс ҡуйылғайны 31.10.2016

Республика  башлығы   Рөстәм Хәмитовтың  ҡарары буйынса  ун дүртенсе октябрҙә  Борай  районында «Таланттарҙың мең төҫө» исеме аҫтында   республика смотр конкурсы старт алды.   Сара республиканың туғыҙ төбәген урап үтәсәк.  

Әбйәлил районына барлығы күрше  ете  төбәктән  хеҙмәт коллективтарынан торған  ҡатнашыусылар йыйылды. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре‐ уҡытыусылар, янғын һүндереүселәр,  тәрбиәселәр   ҙә  бар ине.   Әйтергә кәрәк,   иң тәүҙә  һәр кем  үҙ төбәгендә  үҙешмәкәр  смотрҙар   үткәрә.   Шуларҙың иң сағыуҙарын иһә  хеҙмәт коллективтары  фестивалға   алып килгән.  
Дөйөм алғанда, бындай конкурстар уҙғарыу, уларҙа ҡатнашыу  ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки, әҙерлек барышында коллектив нығына һәм дуҫлаша. Икенсенән, ябай хеҙмәт кешеләре сәхнә түренә сығып күңелендә ятҡан ижади сағылыштарҙы, йәшерен һәләттәрҙе  тулыһынса  аса ала.
Конкурста иһә шулай уҡ  һәр төбәктә  мәҙәниәткә, ижадҡа  булған мөнәсәбәт  сағылды. Ҡайһы бер райондарҙың сығышында   иһә  яңғыҙ башҡарыусылар күберәк булһа, Баймаҡ районынан фестивалда барлығы  йөҙгә  яҡын  кеше  ҡатнашты.
Фестиваль ун бишенсе ноябргә тиклем  республиканың төрлө төбәктәрендә үтәсәк.  Иң  сағыу  хеҙмәт коллективтары иһә туғыҙынсы декабрь  баш ҡаланың конгресс‐холында сығыш яһаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика