Баймаҡ районы Түбә ауылы хужабикәләре бер-береһенән сигеү-бәйләмгә, аш-һыу йүнәтеүгә һәм башҡа ҡул эштәренә өйрәнеү мәктәбе ойошторған 27.03.2015

«Өй йәме» исемле түңәрәккә ауылдың иң өлгөр ун ике ҡатын-ҡыҙы йөрөй. Аҙнаһына бер мәртәбә улар ауыл биләмәһендәге бүлмәлә осраша. Яңы төр биҙәктәр бәйләргә өйрәнеүҙән тыш, таҡмаҡтар сығара, ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

Түбә ауылының оҫта ҡуллы хужабикәләрен туплаусы  «Өй йәме» түңәрәге ойошторолоуына йылдан ашыу ваҡыт үткән. Хаҡлы ялға  күптән түгел сығып йорт мәшәҡәттәренә сумған, ейән-ейәнсәрҙәр баҡҡан ҡатындар өсөн был осрашыуҙар бер аҙ ял итеп алыу урынына ла әүерелә.  Ауылдың мәғариф ветераны Нәжибә Әбсәләмова йәштән сигеү-бәйләмгә оҫта була. Гүзәл заттарҙы туплап ҡул эштәренә өйрәтеүгә уны ауылдаш әхирәттәре өгөтләй.
Бик күптәр өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән ҡул эштәре «әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш» һанала. Ысынлап та хәҙәр магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар-шәлдәр, кофталар, күлдәктәр, бейәләйҙәр. Әммә ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйберҙең етешмәүенән түгел, ә күңел талабы, ти хужабикәләр. Түңәрәккә йөрөүселәр араһында иң йәше - Миңнур Әхмәҙина. Алты бала әсәһе, сменалы эштә эшләүенә ҡарамаҫтан кис ултырыуҙарға ул бар мәшәҡәтен ситкә ташлап килә.
Әлфиә Яҡшығолова Түбәлә генә түгел, бөтөн Башҡортостанда танылыу алған оҫтабикә. Уның сағыу альяпҡыстары «Башҡортостан ҡыҙы»  журналында баҫылып сыға, баҫмалағы бәйгелә еңеүгә өлгәшә.  
Оҫтабикәләр район  һабантуйында башҡа мәҙәни сараларҙа ла ҡатнаша. Махсус милли кейемдәр ҙә тегеп алалар, таҡмаҡ-йырҙар сығаралар, бейеүҙәр һалалар.  Күҙ нуры, ҡул йылыһы һаҡлаған әйберҙәр балалары- яҡындары өсөн ҙур бүләк булһа, өйҙө йәмләһә, хужабикәләргә был шөғөл күңел күтәренкелеге өҫтәй.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика