Баймаҡ районы ауыл биләмәләренең яңы йыл майҙансыҡтарын әҙерләү буйынса эшенә йомғаҡ яһалды

Баймаҡ районы ауыл биләмәләренең яңы йыл майҙансыҡтарын әҙерләү буйынса эшенә йомғаҡ яһалды 13.01.2017

Уның һөҙөмтәләре буйынса Ҡолсора ауыл биләмәһе өсөнсө йыл рәттән Гран при яулаған. Уларҙы йыл йомғаҡтары йыйынында  ҡотлаясаҡтар.  

Ҡар бурандар уйнатып урман төпкөлөнән сыҡҡан был Ҡыш бабай һис әкиәт түгел. Йылына бер тапҡыр ғына килә торған күңелле байрамдарға ауыл халҡы ихлас  әҙерләнә. Шунда төлкө әтәс әкитәе, билдәле кинофильмдарҙан өҙөктәр, театрлаштырылған тамашалар, мул табын баһалама ағзалары өсөн генә түгел, ә урындағыларҙың күңел талабы, матур итеп байрамдар ойоштора белеүенән килә. Ә боҙ майҙандарын әйтеп тораһы ла түгел.
Бында ҡарҙан самауыр, тигр йәки арыҫлан. Был иһә йыл хужаһы әтәс, пар аттарға егелгән тырантас. Ҡар мейестән сыҡҡан төтөндө әкиәттә генә түгел, кеше фантазияһында ла күрергә мөмкин. Билдәле әкиәттән алынған был персонаж бөгөнгө тамашаларҙың  иң сағыу образы булғандыр.
Түбә ауылы халыҡ байрамдарына яңы мәктәп автобусын тапшырыу тантанаһын берләштерҙе.  Быйыл Баймаҡ районы Автобус федераль программаһы нигеҙендә дүрт өр‐яңы техника алды.  Улар ауыл мәктәптәренә таратылды.
Йыл хужаһы әтәстәрҙән генә торған майҙанды Түбәнге Иҙрис ауылы халҡы эшләгән. Ауыл урамына йәм өрөү, ихата алдарын биҙәү өсөн рәссам булырға ла кәрәкмәй.
Әтәс йылында күренекле Баймаҡ балетмейтсеры Йәүҙәт Бикбирҙин башҡарған ҡара тауыҡ бейеүе үтә лә актуаль буласаҡ. Сөнки ауылдарҙа ҡуйылған күп тамашаларҙың уртаһында ошо бейеү тантана итте.
Яңы йыл конкурстарында йыл һайын еңеүселәр билдәләәнә. Унан алынған приздар, бүләктәр һәм аҡсалата премиялар ауыл халҡы мәнфәғәтенә, балалар ялына тотонола.
Үҙҙәренең тормошоно йәмләргә ынтылған һәм ауылдарға  байрам кәйефе өҫтәгән ябай кешеләрҙең күңел йылыһы барыһына ла етте был көндө. Тамашалар , уйындар, йыр-бейеүҙәр менән барған был конкурстар кис ауғансы яңғырап торҙо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика