Баймаҡ район-ара үҙәкләштерелгән китапханаһы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы һәм ҡаланың икенсе мәктәбе уҡыусылары «Дауаханаларға - китап» исемле Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Баймаҡ район-ара үҙәкләштерелгән китапханаһы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы һәм ҡаланың икенсе мәктәбе уҡыусылары «Дауаханаларға - китап» исемле Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 26.02.2015

Улар Баймаҡ үҙәк дауаханаһына нәфис әҙәбиәт бүләк итте.

Был акция Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы айҡанлы йыл башында иғлан ителде. Сара йыл буйы дауам итәсәк. акцияға район китапханасылары әүҙем ҡушылды. Ошо көндәрҙә улар Баймаҡ үҙәк дауаханаһына мең ике йөҙ дана китаптар алып килде. Акцияла шулай уҡ студенттар һәм уҡыусылар ҙа ҡатнашты.
Табиптар өсөн был көтөлмәгән ваҡиға булды. Райондың һәләтле ҡәләм тибрәтеүселәре -  Константин Лапин, шағирә, «Йәнгүҙәй» әҙәби- ижад берекмәһе етәксеһе  Айгөл Ишемғужиналарҙың сығыштарын аҡ халатлылар йылы ҡабул итте.
Алып килгән китаптар дауахананың төрлө бүлектәренә таратылды. Пациенттарҙың тәнен генә түгел, йәндәрен дә китап һүҙе менән дауалау мөмкинлеге тыуҙы, ти табиптар.
Китаптарға бигерәк тә балаларҙы дауалау бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡыуанды. Икенсе мәктәптең 8-се б классы уҡыусылары уларҙы киләсәктә тағы ла китаптар менән тәьмин итәсәктәрен белдерҙе. Китапханасылар Аҡморон ауылындағы ҡарттар йорто, Темәс һәм Йылайыр участка дауаханаларына ла ошондай сара ойоштороуҙы планлаштыра. Әйткәндәй, акцияға теләгән бер кеше ҡушыла ала.                                                        
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика