Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы һәм уның филиалдарында һәр яҡлап һәләтле  уҡыусылар белем ала 27.02.2015

Күптән түгел  Урғаҙа ауылындағы  филиалда уҡыу йорто коллективтарының Гала-концерты үтте. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Әҙәбиәт йылына арналған байрамда  дүрт филиал, шул иҫәптән Бөрйән һәм Әбйәлил райондарындағы  белем учреждениеларында һөнәр үҙләштереүселәр ҡатнашты.

Республиканың көньяҡ- көнсығыш төбәге өсөн ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүсе уҡыу йорто элек-электән үҙенсәлекле традициялары, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләргә ынтылыуы менән айырылып тора. Күләмле мәҙәни сара белем учреждениеһын артабан нығытыу, киләсәккә эш йүнәлештәре билдәләү өсөн ойошторолдо. Хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур булған һөнәрҙәр хаҡында фекер алышынды.
Йәмғиәттә эшсе һөнәрҙәр әҙерләүгә иғтибар артҡан осорҙа Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы ла үҙгәрештәр кисерә. Заман талаптарына яуап биргән белгестәр әҙерләү өсөн уҡыу йортонда барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Урғаҙа ауылында уҙған осрашыуҙа колледж филиалдары вәкилдәре киләсәктә лә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып торорға, кәңәшләшеп эшләргә килеште.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика