Баймаҡ ҡалаһының «Саптар» балалар хореография студияһында тәрбиәләнеүселәр 30 апрелдән 3 майға тиклем Мәскәүҙә үтәсәк халыҡ-ара хореография фестивалендә ҡатнаша

Баймаҡ ҡалаһының «Саптар» балалар хореография студияһында тәрбиәләнеүселәр  30 апрелдән 3 майға тиклем Мәскәүҙә үтәсәк халыҡ-ара хореография фестивалендә ҡатнаша 29.04.2017

Һәләтле йәш хореограф Радик Бакиров ойошторған «Саптар» ансамблендә 4 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә. Коллективтың Һаҡмар һәм Темәс ауылдарында бүлексәләре лә бар. Былтыр «Саптарҙар» Туапсела үткән «Диңгеҙ тулҡыны» халыҡ-ара бейеү конкурсында соло һәм гран-при номинацияларында ике Гран-при яулаған.

Ә бына Учалы филармонияһының «Уралтау» балалар йыр һәм бейеү студияһы  Геленджикҡа юлланырға әҙерләнә. Ҡара диңгеҙ буйындағы ҡалала үтәсәк халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыу хоҡуғын улар былтыр Мейәстә үткән конкурста еңеп яуланы.
Учалы филармонияһының кескәй артистарын тотош Рәсәйҙә «Алтынай» ансамбле булараҡ беләләр ине. Хәҙер улар, мәҙәниәт усағының өлкән бейеүселәр ансамбленә алмаш әҙерләү маҡсатында, исемде лә ҙур төркөмдөкөн алып «Уралтау» тип атала. Студияға йөҙгә яҡын бала йөрөй. Иң кескәй бейеүсегә ни бары дүрт йәш. Ләкин улар илдең байтаҡ ҡалаларында төрлө конкурстарҙа ҡатнашып лауреаттар исемпен яулап өлгөргән артистар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика