Батырлыҡҡа тиң ғалимлыҡ 14.11.2016

Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында ғалим, публицист, шағир, йәмәғәт эшмәкәре,Ҡазан дәүләт педагогия институты аспиранты Зәбихулла Ғәбделғәзим улы Исҡужинға стела асылды. Тантанала ғалимдың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе ғалим-әҙәрмәндәр, киң йәмәғәтселек ҡатнашты.

Зәбихулла Исҡужин Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында 1911 йылдың 3 ғинуарында  донъяға килә. Ун ни бары 25 йәшкә тиклем генә йәшәй. Ваҡыт күҙлегенән ҡарағанда, бик ҡыҫҡа, әммә ижад киңлегенән баһалағанда, емешле һәм сағыу ғүмер. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова беренселәрҙән булып уның  аҡ исемен халҡыбыҙға ҡайтарҙы. Филилогия фәндәре кандидатының  Ҡазан ҡалаһы архивында эҙләнеүе Башҡортостаныбыҙға яңы ғалимды асты. Яҡташтары данлыҡлы шәхес хөрмәтенә ауылдың хәтер скверында стела урынлаштырырға ҡарар итә. Уны асыу хоҡуғы  йәш ғалимә Гөлсәсәк Саламатоваға һәм ғалимдың туғаны Шәйехзада Исҡужинға тапшырылды. Тантанаға йыйылған халыҡ баҡылыҡҡа күскән ауылдаштарына һәм әҙәбиәт ғилеменә ҡайтарылған яңы кеше, Шәйехзада Бабич ижадын тәүгеләрҙән булып өйрәнеп, ғилми хеҙмәт яҙыусы яҡташы Зәбихулла Исҡужин рухына аят бағышланы.
Шағир, ғалим, публицист Зәбихулла Исҡужиндың исеме тыуған еренә ҡайтарылыуына туғандары ла ҙур тырышлыҡ һала. Шәйехзада Исҡужин  Гөлсәсәк Саламатоваға  иң беренсе булып уның ижадын өйрәнергә кәрәк тигән кәңәш бирә. Зәбихулла ағаһы  тәҡдиме буйынса ҡушылғанан исем менән  бай һәм ҡыҙыҡлы тормош юлы үткән уҙаман ғалим хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште.
Артабан ғалимды иҫләү һәм ҡәҙерләү сараһы Мәҡсүт ауыл клубында дауам итте. Мәктәп уҡыусылары ауылдаштарының хаттарын уҡыны, шиғырҙарын яттан һөйләне. Баш һүҙ менән  Гөлсәсәк Саламатова сығыш яһаны. Ул ғалимды юллап башта Ырымбурға бара, әммә унда шәхестең эҙҙәрен таба алмай. Юлдар Ҡазан ҡалаһына илтә.Ҡазанда ғалимә ҡосаҡ-ҡосаҡ архив материалдарына юлыға. Зәбихулла Исҡужиндың артист Йылайыр исемендә сығыш яһауын, Татарстан радиоһында башҡорт халыҡ йырҙары тарихы хаҡында  егерменән ашыу тапшырыу әҙерләгәнен дә асыҡлай..
Был фотоһүрәттә йәш Зәбихулла менән  Хөсәйен Әхмәтов. Арҙаҡлы композитор яҙмышында ла ғалим хәл иткес роль уйнаған. Уны ул физкультура техникумынан  алып, Ҡазан музыка училищеһы директоры ҡарамағына алып барған. Өмөтлө йырсы ҙур комиссия йыйып, уҡырға ҡабул ителә. Зәбихулла Исҡужиндың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү бер көнлөк кенә эш түгел. Уны бер-нисә быуын ғалимдары өйрәнергә тейеш. Гөлсәсәк Саламатова Зәбихулла Исҡужиндың  рухи мираҫын ентекле өйрәнеп киләсәктә китап сығарырға ниәтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика