Башҡорттар тылсымлы ҡурай аша ҡайғыһын да, шатлығын да еткергән, һағышын да таратҡан 17.03.2015

Республикала ҡурай моңо үҫешенә тос өлөш индергән, уны һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән конкурстар йыл һайын уҙғарылып килә.  Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йыр, моң, сәнғәт күгендә үҙ эҙен ҡалдырған, шулай уҡ беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Вилдан Йомағужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Уның фани донъянан китеүенә 15 йыл булды.

Вилдан Йомағужин исемен йөрөткән ҡурайсылар бәйгеһе төбәктә ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Быйыл сараға башҡа район вәкилдәре лә ҡушылды. Өфө ҡалаһы, Күгәрсен, Мәләүез, Ейәнсура, Хәйбулла, Ишембай райондарынан утыҙҙан ашыу конкурсант көс һынашты, иң яҡшылары Гала- концертта сығыш яһаны. Яңғыҙ ҡурайсылар, ансамблдәр, дуэт, квартеттар  халыҡ йырҙарына поппури яңғыратты. Бигерәк тә Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегендә белем алыусыларҙың сығыштарын тамашасылар алҡыштарға күмде. Күгәрсен районының Мораҡ, Йомағужа сәнғәт мәктәптәрендә, Теләүембәт урта мәктәбендә ҡурай түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр тамашаға йәм өҫтәне.
Сараны ойоштороусыларҙың төп маҡсаты - ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, үҫеп килгән быуында фольклорға ҡарата һөйөү уятыу. Бәйге һуңында йәш ҡурайсыларға дипломдар, бүләктәр, беренселекте алыусыларға шулай уҡ махсус приздар тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика