Билдәле яҙыусы һәм драматург Азат Абдуллин «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

Билдәле яҙыусы һәм драматург Азат Абдуллин «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды 11.09.2014

Был турала Указға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.  

70-се йылдарҙа Азат Абдуллин «Ун өсөнсө председатель» драмаһы менән бөтә илгә таныла. Колхоз ауылы тормошоноң бөтә ҡатмарлыҡтарын сағылдырған әҫәр совет осоронда уҡ Вахтангов исемендәге театрҙа сәхнәләштерелә, унда төп ролде Василий Лановой башҡара. Артабан был пьеса Советтар Союзының йөҙләгән театрында, шулай уҡ Болгария, Чехословакия, Румыния, Америка Ҡушма Штаттары сәхнәләрендә лә ҡуйыла. 1985 йылда автор драманың дауамын – «Һуңғы уҙаман» әҫәрен ижад итә. 2004 йылда Роман Виктюктың театрында  Рудольф Нуриев тормошона арналған «Раббым баҡсаһы»  әҫәре ҡуйыла. Пьесаларҙан тыш, Азат Абдуллин тиҫтәләрсә  повестар, шул иҫәптән «Аҡ һөт», «Ҡыҙыл ысыҡ»  әҫәрҙәрен, публицистик очерктар ҙа ижад итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика