Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы-сатирик Марат Кәримов  85 йәшлек оло юбилейын билдәләне 20.02.2015

Марат Нәби улы Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында тыуа. Ырымбур өлкәһендә, артабан Йылайыр педагогия училещеһында уҡый. 1947 йылда ауылға уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Талантлы педагог әрме хеҙмәтенән һуң журналистикаға килә. Мәскәүҙә комсомол, Юғары әҙәби курстарҙа белемен камиллаштыра, оҙаҡ йылдар «Пионер», «Һәнәк» журналдарының баш мөхәррире булып эшләй, төрлө юғары вазифаларҙа хеҙмәт итә. Юбилярҙы ҡотларға сит өлкәләрҙән дә танылған шағирҙар килде.

Марат Кәримовтың әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Бөгөн ул ике тиҫтәнән ашыу шиғыр һәм сәсмә әҫәрҙәр йыйынтығы авторы. Шағирҙың лирик шиғырҙары тәрән уйланырға мәжбүр итһә, үткер сатираһында ул тормоштоң тиҫкәре яҡтарын асып һала. Быйыл ҡәләм оҫтаһы 85-се ҡышын ҡаршыланы. Күңеле менән һаман да йәш булып ҡалған әҙип һаман да ижад итеүен дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика