Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығы Өфөлә ҙур әҙәби байрам менән билдәләнә

 Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығы Өфөлә ҙур әҙәби байрам менән билдәләнә 08.10.2014

17 октябрҙә иртәнге сәғәттәрҙә шағир һәйкәле алдындағы майҙанда иҫтәлекле датаға арналған төбәк-ара фестиваль ойошторола.

Унда Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, йәш шағирҙар, студенттар, әҙиптең яҡташтары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнаша. Мостай Кәримдең шиғырҙары ете телдә яңғыраясаҡ. Ошо уҡ көндө Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр араһында уҙғарылған «Мин һәм Мостай Кәрим» тип исемләнгән республика ижади конкурсына йомғаҡ яһала. Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булған проектҡа барлығы 200-ҙән ашыу ижади эш, шул иҫәптән хикәйәләр, иншалар, һүрәттәр тәҡдим ителгән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика