Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов Салауат Юлаев ордены менән  бүләкләнде 11.11.2016

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһенә юғары награда 65 йәшлек юбилейы уңайынан тапшырылды. Шулай уҡ сәхнә оҫтаһы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды. Әйткәндәй, был ҡотлауҙарҙың башы ғына. Бөгөн театрҙа Олег Закир улының юбилей кисәһе үтә. Ижад байрамында театр коллективы, республика һәм Татарстан, Мәскәү, Ырымбур театрҙары артистары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы көтөлә.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика