Башҡортостандың халыҡ-ара кимәлдәге күләмле саралар үткәреү тәжрибәһе ҙур һәм бөтә донъя фольклориадаһын да лайыҡлы кимәлдә ойошторасаҡбыҙ

Башҡортостандың халыҡ-ара кимәлдәге күләмле саралар үткәреү тәжрибәһе ҙур һәм бөтә донъя  фольклориадаһын да  лайыҡлы кимәлдә ойошторасаҡбыҙ 06.06.2017

Был турала Рөстәм Хәмитов былтыр Мексикала үткән фольклориадаға арналған фотокүргәҙмәне асыу тантанаһында белдерҙе.

Башҡортостандың милли музейында урынлашҡан күргәҙмә бишенсе бөтә донъя фольклориадаһы мәлдәрен тасуирлай. Республика данын Мексикала  Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм ,.Арғымаҡ,, этно-рок төркөмө яҡланы. Уларға  сығыш яһау ғына түгел, тотош Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәреләсәк сараны ойоштороу өсөн эстафетаны ла ҡабул итеү бәхете тейҙе. Бөтә донъя фольклориадаһы быға тиклем Голландия,Япония,  Венгрия, Көнъяҡ Корея һәм былтыр Мексикала үтте. Рәсәйҙә бындай күләмле сара тәүге тапҡыр үтә һәм уның тап Башҡортостанда уҙғарылыуы ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ та өҫтәй, тине төбәк башлығы.
Башҡортостан артистарының Мексикалағы сығыштарын һүрәтләгән күрогәҙмә махсус эшләнмәгән. Фотоларҙы ҡатнашыусылар иҫтәлек өсөн генә төшөргән. Һуңынан инде бер экспозицияға туплап тотош республика халҡына күрһәтеү теләге уянған.
2020 йылда үтәсәк донъя мәҙәниәттәре байрамында 3 меңгә яҡын сәнғәт оҫтаһының  ҡатнашыуы көтөлә. Бынан тыш күләмле сараны күҙәтергә туристар ҙа киләсәк. Ҡайһы бер ҡатнашыусылар әле үк республика менән ҡыҙыҡһына.
Кахисо Шомолекае, Көнъяҡ Африка республикаһы вәкиле: «Беҙ Өфөлә хәҙер өсөнсө тапҡыр. Йәшел ҡала бик оҡшай, ләкин әле һыуыҡ, өшөнөк. 2020 йылға үҙебеҙҙең милли үҙенсәлектәрҙе, тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сағылдырған  сағыу тамаша әҙерләйбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика