Башҡортостандың эске эштәр министрлығы таланттар аса 11.03.2015

Ишембайҙағы  ҡыҙҙар өсөн махсус һөнәрселек училищеһында «Яҙғы тамсылар» матурлыҡ һәм оҫталыҡ конкурсы үтте.

Училищела яҙмыш һынауы алдында ҡалған  ҡыҙҙар тәрбиәләнә. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән. Байрам уңайынан матурлыҡ конкурсы тәүге тапҡыр үтте.Ҡыҙҙар һәләттәрен күрһәтте,  күптәре сәхнәлә беренсе тапҡыр сығыш яһаны. Дефиле өсөн кейемдәрҙе улар үҙҙәре бәйләгән. Әҙәби конкурста  ҡыҙҙар  әсәләренә бағышланған  шиғырҙарын һөйләне. Был көндә бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Һәр ҡыҙға Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар берлегемаҡтау ҡағыҙҙары һәм  бүләктәр тапшырылды.    
Резеда Әлибаева, Ишембай ҡалаһы ябыҡ төрҙәге 1-се махсус һөнәрселек училищеһының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары: «Беҙ конкурстың ҡағиҙәләрен төҙөнөк, командирҙар советы булдырҙыҡ. Ҡыҙҙар бик теләп ҡатнашты, киләсәктә беҙ уны йыл һайын үткәрергә уйлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика