Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатованың «Әйтер һүҙем бар» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте 28.03.2017

Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған замандашыбыҙҙың был икенсе йыйынтығы.

Күңеле ижадҡа тартылған биология уҡытыусыһының баҫмаһы халыҡ педагогикаһы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән. Унда автор балалары, хеҙмәттәштәре тураһында, тормоштоң мәңгелек ҡиммәттәргә ҡағылышлы фәлсәфәүи уйланыуҙары бирелә. Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, Рәмилә Салауатоваға Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһынан һәм Бөрйән районының мәғариф өлкәһендә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн бер юлы ике миҙал тапшырылды.Әйткәндәй, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмилә Салауатова 1989 йылда республикала тәүгеләрҙән булып «Экологик һуҡмаҡ» конференцияһын ойоштора. Яңы йыйынтыҡта ла тыуған төбәк тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү темаһы киң яҡтыртылған. Килгән ҡунаҡтар киләсәктә Рәмилә Фәхретдин ҡыҙын Бөрйән районы энциклопедияһын яҙыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Әле ул «Бөрйәнемдең данлы ҡыҙҙары» китабы өҫтөндә эш башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика