Башҡортостандан бөгөн 114 уҡыусы махсус рейс менән Мәскәүгә  Президент шыршыһына осто 25.12.2014

Улар өсөн илдең баш ҡалаһында  «Белка һәм Стрелка» тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәтелә. Рәсәйҙең төп шыршы байрамы иртәгә Дәүләт Кремль Һарайында уҙа. Унда тотош илдән ете меңләп бала ҡатнаша. Баймаҡ районынан Мәскәүгә барыу бәхете  өс уҡыусыға  йылмайҙы.

Яңы йыл алдынан барлыҡ изге теләктәр ҡабул була, тиҙәр. Ҡаланың  4-се лицейында уҡыған Рәил Рәхмәтуллиндың  яҡты хыялы тормошҡа ашты ла инде. Етенсе  класта белем алған Рәил бар яҡлап та һәләтле уҡыусы. Уҡыу алдынғыһы, район һәм республика кимәлендә үткәрелгән бәйгеләрҙә,  төрлө
олимпиадаларҙа еңеүсе исемен яулай. Бынан тыш үҫмер мәҙәниәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй, оҫта бейей, өҙҙөрөп баянда уйнай. Быйыл Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында үткән балалар араһындағы «Байыҡ» телевизион конкурсында Гран-приға лайыҡ була.
Синыф етәксеһе Айгөл Сирбаева әйтеүенсә, Рәилдең һәр ваҡыты иҫәпле, төшкә тиклем мәктәптә булһа, дәрестәрҙән һуң инде төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, класташтары араһында ла абруйлы уҡыусы.
Кремль шыршыһына эләгеү һәр кемгә лә тәтемәй. Бындай мөмкинлек - ул уҡыусының мәктәптә уҡыу дәүерендәге хеҙмәт емеше лә инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика