Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүҙә үткән илдең төп Яңы йыл тамашаһында ҡатнашты

Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүҙә үткән илдең төп Яңы йыл тамашаһында ҡатнашты 29.12.2014

Бындай бәхет уҡыу алдынғыларына,  спорт ярыштарында еңеүселәргә тәтене. Бынан тыш, делегация составына социаль йәһәттән яҡланмаған, етем һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың балалары инде. Сәфәр тулыһынса республика бюджетынан финансланды. Балаларҙы сәфәрҙә табиптар, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар оҙатып йөрөнө.

Дәүләт Кремль Һарайында уҡыусылар ҙур Яңы йыл тамашаһын ҡараны. Президент шыршыһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ете меңгә яҡын бала килде. Уларҙы күңелле аттракциондар, конкурстар, уйындар һәм театрлаштырылған тамаша көттө. Байрам һуңында бөтә уҡыусыларға ла татлы бүләктәр тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика