Башҡортостанда яҙғы сәсеү аҙағына яҡынлаша 29.05.2017

Күгәрсен районы халҡы  республикала тәүгеләрҙән булып Һабантуй байрамын ҡаршыланы. Байрам сиктәрендә иң алдынғы баҫыу эшсәндәре бүләкләнде.

Һабантуй майҙаны йыр-моң, уйын-көлкөгә күмелде. Байрам йәмен ямғыр ҙа боҙа алманы, халыҡ ихлас ял итте, тамаша ҡарап кинәнде. Йола буйынса һабантуйҙың рәсми өлөшөндә  яҙғы баҫыу эштәре, малсылыҡ тармағында айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәткән ауыл уңғандарына, хужалыҡ етәкселәренә Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар тапшырылды.
Һабантуй парадында тамашасылар иғтибарына заманса техника күрһәтелде. Төрлө ауыл биләмәләре, хужалыҡ коллективтары сығышы байрамға йәм өҫтәне.
Байрамдың иң ҡыҙған мәле - ат сабышы, юртаҡтар уҙышын бөтә халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр һабантуйҙы ат сабышы бәйгеһе өсөн генә  көтөп ала.
Ат сабышынан һуң халыҡ төрлө спорт бәйгеләре, милли уйындар үткәрелгән майҙансыҡтарға ашыҡты. Кемдер бағанаға үрмәләһә, икенселәр милли көрәште үҙ итте. Һабантуй яҡташтарға күрешеп-аралашыу мөмкинлеге бирҙе.
һабантуй майҙанын  һәр ауыл биләмәһе ҡорған  тирмәләр ҙә биҙәп торҙо. Уңған хужабикәләр байрам ҡунаҡтарын  милли  аш-һыу меннә һыйланы. Һабантуй  аҙағында райондың алдынғы дүрт хужалығына еңел автомобилдәр тапшырылды. Ә йыл һөҙөмтәләре буйынса «Тәүәкән» ауыл хужалығы предприятиеһы беренсе урынды яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика