Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибына ҡарата  йәмәғәтселек вәкилдәре ҡәнәғәтһеҙлек белдерә 21.01.2016

Ошо нигеҙҙә интернет ҡулланыусылар араһында ла ҡыҙыу бәхәс бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы бер ай элек иғлан иткән конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Рампа» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогийҙың проекты еңеүсе тип табылғайны.

Эмблеманың төп өлөшө - кинопленка рәүешендә, уның өҫтөндә башҡорт, аҫтында рус телендә Рәсәй киноһы йылы тип яҙылған. Башҡортостан флагы төҫтәрендә төшөрөлгән өс  дүртмөйөш кинопленканың экранын һәм кадрҙарын һүрәтләй. Уртаһына республиканың милли  үҙенсәлеген сағылдырыусы ҡурай төшөрөлгән. Ә аңлатмаһы былай яңғырай...
Игорь Тонконогий, «Рампа» журналының баш мөхәррире: «Мин эмблеманы бер-нисә сәғәт эсендә эшләнем. Ул үҙенсә ябай ҙа, үҙенсәлекле лә булһын тип тырыштым. Таныулы булһын тигән маҡсат ҡуйҙым».
Рәсәй  киноһы йылының Башҡортостандағы логотибы конкурсына барлығы тиҫтәләп ғариза ҡабул ителгән. Улар араһынан иң уңышлыһы тип "Рампа" журналы баш мөхәрриренең ижади эше танылған. Тик ул интернет ҡулланыусылары араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Күптәр был логотипты өнәп етмәй. Төрлө яҡлы фекерҙәр яңғырай. Ижади эште мәктәп уҡыусыһы кимәле менән сағыштырыусылар ҙа юҡ түгел.
Ләлә Иҡбаева: «Былтырғы йылдың эмблемаһы матурырыҡ ине((( Бөтә республиканан ошонан да матур һүрәт булмағанмы???»
Гөлдәриә Йосопова: «Миңә логотип оҡшай! Башҡортостаныбыҙ флагы төҫтәрендә бит. Ҡурайы ла урынлы. Башҡорт илендә өр-яңы фильмдар төшөрөлөрөнә, башҡорт кинематографияһының өмөтлө киләсәгенә ишаралыр, тип уйлайым!»
Айбулат Ишназаров: «Ҡара һәм аҡ төҫтәр район гәзиттәрендә яман күренәсәк. Кинопленка һыны ауыр, композицияны баҫа».
Гүзәл Ситдиҡова: «Буяу төҫтәре тоноҡ. Беҙҙең байраҡты күҙҙә тотҡан икән, уның эталон төҫтәре бар. Шуға ярашлы, төҫ һайлаһын ине. Ҡурай ҙа көрәнгә яҡын, ә байраҡта - алтын төҫ. Бер ҡыҙыл һыҙат кәрәк, шунһыҙ бик минор һүрәт.Ҡара күп, траурная окантовка».
Ә был фекерҙәргә авторҙың үҙ ҡарашы.
Игорь Тонконогий, «Рампа» журналының баш мөхәррире: «Һәр кемдең үҙ фекере. Кемгәлер квадрат, икенселәргә түңәрәк оҡшамай. Башҡортостан флагын  да үҙгәртергә тырышманым. Конкурс булғас, конкурс инде. Комиссия һайлаған һәм ул үткән».
Беренсе көнөнән үк, йыл эмблемаһы тирәләй бәхәс ҡупҡас,  йыл дауамында ни булыр? Күңелде болғадырмаҫмы икән? тигән фекер тыуа. Ә инде Рәсәйҙә Ватан киноһын йылын Өфөлә асыу тантанаһы 25 ғинуарға билдәләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика