Башҡортостанда поляк мәҙәниәте көндәре дауам итә

Башҡортостанда поляк мәҙәниәте көндәре дауам итә 20.05.2015

Бөгөн Өфөнөң 17-се балалар китапханаһында  Альберт Пенькевич исемендәге поляк милли йәкшәмбе мәктәбе  уҡыусылары концерт ҡуйҙы.

Белем усағында 150-нән ашыу бала уҡый. Бында  теләге булған һәр кем шөғөлләнә ала.  Улар поляк телен, мәҙәниәтен, фольклорын  үҙләштерә. Концертта уҡыусылар  поляк телендә шиғырҙар һөйләне,  йырланы, бейене. Кескәйҙәр  «Шалҡан» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Тамашаға Польшаның Рәсәйҙәге илселәре Пан Станислав Садовый менән Пан Петр Боравский ҙа килгәйне.  Сарала милли телдәге китаптарҙан күргәҙмә лә ойошторолдо.    
Елена Амбарцумова, А.Пенькевич исемендәге поляк милли йәкшәмбе мәктәбе директоры: «Йыл дауамында төрлө мәҙәни саралар үткәрәбеҙ. Октябрҙә Польша халҡы менән бер көндө поляк телендә диктант яҙабыҙ. Декабрҙә Раштыуа, Яңы йыл   һуңынан ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамдары ойошторабыҙ. Йәйгеһен балалар  Польшала халыҡ-ара лагерҙа ял итә».
Вера Илюшина, А.Пенькевич исемендәге поляк милли йәкшәмбе  мәктәбе уҡыусыһы: «Мин поляк телен яратып өйрәнәм. Шиғырҙар, йырҙар беләм. Бөгөн концертта «Краковяк» бейеүе менән сығыш яһайым.  Польшаға барып ҡайттым. Унда иҫтәлекле урындар күп, бик оҡшаны».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика