Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары араһында әҙәби конкурсҡа старт бирелде 26.09.2015

«Минең републикам» тип аталған бәйгене рәсми асыу тантанаһы Белорет районының Арыҫлан Мөбәрәк исемендәге балалар йортонда үтте .

Әҙәбиәт йылы һәм Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараның маҡсаты үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, Башҡортостандың рухи мираҫы менән ҡыҙыҡһыныусы балаларҙы дәртләндереү, уларҙы ижадҡа әйҙәү. Конкурс үткәреү тәҡдиме менән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова сығыш яһаны. Телмәрендә ул әҙәбиәттең шәхес формалашыуына ҙур йоғонто яһауын билдәләне.
«Минең республикам» конкурсы барышында һәләтле балаларҙы һайлап алып уларҙы артабанғы ижадҡа дәртләндереү бурысы ҡуйыла. Иң яҡшы шиғыр, хикәйә һәм әкиәт ижад итеүселәр араһында бәйге ике этапта үтә. Тәүгеһендә район-ҡалалар кимәлендәге еңеүселәр билдәләнһә, икенсе өлөшөндә республика күләмендә ижади мәктәп уҡыусылары баһалана. Конкурсҡа уҡыусы берәр генә эшен ебәрә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика