Башҡортостанда «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале башланды 04.06.2015

Унда, ғәҙәттәгесә, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнаша. Быйыл сара Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына арнала. Бөгөн мәртәбәле фестивалде Бәләбәй районы ҡабул итте.

Бәләбәйгә килгәс тә сит ил ҡунаҡтары ҡала халҡын таң ҡалдырҙы. Коллективтар милли кейемдәрен кейеп  музыка уйнатып үҙәк урамдан үтте. Сағыу биҙәктәр,  күңелле моңдар, барабандар кешеләрҙе арбаны. Улар ихласлап ҡунаҡтарҙы сәләмләне, сағыу тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бөгөн Бәләбәй ниндәйҙер кимәлдә донъя үҙәгенә лә әйләнде. 8 илдән килгән коллективтар үҙҙәренең милли көйҙәрен, кейемдәрен күрһәтте. Ҡытай ҡыҙҙары, мәҫәлән, сихри «мең ҡул» номерын әҙерләһә, Бразилия вәкилдәре дәртле самбаһын ҡуйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика