Башҡортостанда асыҡ һауала ағас архитектура музейын төҙөү күҙаллана

Башҡортостанда асыҡ һауала ағас архитектура музейын төҙөү күҙаллана 24.03.2016

Унда 19-20-се быуаттарҙа баш ҡалала урынлашҡан тиҫтәнән ашыу йорт тергеҙеләсәк. Тарихи ҡомартҡылар 2008-2009 йылдарҙа һүтелгән. Шулай ҙа «Боронғо-Өфө» тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән өйҙәрҙе биҙәгән тәҙрә йөҙлөктәре һаҡлап ҡалынған.

Ағастан семәрләп эшләнгән был тәҙрә йөҙлөктәре һуңғы ике быуатта баш ҡала йорттарын йәмләгән. Еникеевтар, Тереғоловтар һәм башҡа ғаиләләр милкенә ҡараған архитектура ҡомартҡылары менән хәҙер "Өфө биҙәктәре" күргәҙмәһендә генә танышырға мөмкин. Сөнки ҡасандыр данлыҡлы сауҙагәрҙәр, уҡытыусылар ҡарамағында булған тиҫтәнән ашыу өй һигеҙ йыл элек һүтелә. "Боронғо-Өфө" тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре емерелгән йорттарҙы киләсәктә тергеҙеү ниәтендә ҡайһы бер өлгөләрҙе һаҡлап ҡала. Ете йыл самаһы ҡар аҫтында ятып серегән ағас материалдарына реставрация эшләнә.
Боронғо ижад өлгөләре күргәҙмә экспонаттары булып ҡына ҡалмаясаҡ, улар яҡын киләсәктә төҙөләсәк тарихи-мәҙәни комплекстта ҡуйыласаҡ. Яңы ағас архитектура музейын баш ҡаланың Сәғит Агиш урамында күтәреү ниәтләнә. Әлегә дүрт гектар ер бар, ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн матди ярҙам ғына талап ителә. Инвесторҙар тиҙҙән табылыр тигән өмөт бар. Сөнки был, ысынлап та, күләмле эш. Күргәҙмәне асыу тантанаһында уның архитектура проектын төҙөүсе егет тә ҡатнашты. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Әмир Ҡәйүмов буласаҡ комплекста боронғо ҡаланың тиҫтәнән ашыу йортон тергеҙеү яҡлы, шулай уҡ халыҡ яңы урында күңелле ял да итәсәк.
Музей биләмәһендә ҡалҡасаҡ ағас йорттарҙы тышҡы яҡтан күргәҙмәгә ҡуйылған тәҙрә йөҙлөктәре лә йәмләйәсәк. Әлбиттә, табылған экспонаттар күп түгел, шулай ҙа был йүнәлештә ағас эше оҫталары ярҙамға киләсәк.
БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Ильис Ямалетдинов Тюлькиндың тыуған йортонда ҡуйылған йөҙлөктө сираттағы эшендә сағылдырырға тырыша. Күргәҙмәне асыу тантанаһында уҙаман ағасты семәрләп биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. «Уҙған быуат архитектураһы менән бөгөн ҡыҙыҡһыныусылар күп»,-ти ул.
Әйткәндәй, күргәҙмәлә кескәйҙәр ҙә ижад донъяһына сума ала. Балалар өсөн һүрәт төшөрөү майҙансығы булдырылған. Сағыу төҫтәр ҡулда булғанда - йөҙлөктәр ҙә яңыса һулыш алғандай.
«Ә был экспозицияла ярты миллион һумлыҡ байлыҡ урынлашҡан»,- ти күргәҙмәне ойоштороусылар. Уҙған быуатта ағастан семәрләп эшләнгән йорт йыһаздарын хәҙер шулай юғары баһалайҙар. Көҙгө, ултырғыс-өҫтәлдәр - быларҙың барыһы ла буласаҡ музейҙа ҡуйыласаҡ.
Шулай уҡ фарфор һауыт-һаба, самауыр, сигелгән япмалар ҙа боронғо Өфөнө күҙалларға ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, был күргәҙмә 9 апрелгә тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика