Башҡортостанда һабантуйҙар башланды 28.05.2016

Тәүгеләрҙән булып хеҙмәт байрамын бөгөн Күгәрсен, Әлшәй, Ейәнсура райондары уҙғарҙы. Һабантуйҙа мал ҡышлатыу, яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре барлана, хеҙмәт алдынғылары, уңышлы эшләгән коллективтар бүләкләнә, Иң яҡшы йорт, урам, ихата конкурстары еңеүселәре билдәләнә.

Һәм әлбиттә, халыҡ рәхәтләнеп күңел аса. Һабантуйҙар республикабыҙҙан ситтә, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә үтә. Улар араһында Екатеринбург башҡорттары беренсе булды. Бөгөн милли байрам өлкәнең Кадников ауылындағы «Аҡ ат» ат-спорт комплексында үтте. Ғәҙәттәгесә, унда Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашты. Данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамбле, «Далан», «Карауанһарай» төркөмдәре һәм башҡа сәхнә оҫталары милләттәштәребеҙгә йыр-моң бүләге алып барҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика