Башҡортостан юлдаш телевидениеһы - илдең иң популяр 15 төбәк телеканалы исемлегендә

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы - илдең иң популяр 15 төбәк телеканалы исемлегендә 09.02.2015

Тәүлегенә 18 сәғәттән ашыу күрһәткән үҙаллы каналдар рейтингында республиканың төп телеканалы  Екатеринбургтың «Дүртенсе каналы» менән бер рәттән алтынсы һәм етенсе урындарҙы бүлешә.

Төбәк телеканалдары тамашасыларының зауығын өйрәнгәндән һуң Рәсәйҙең TNS (ТНС) тикшеренеү төркөмө халыҡтың яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләй. Мәҫәлән, телеканалда төнгө сәғәт 10-сы яртыла эфирға сығыусы «Яңылыҡтар» биш көндәлек төбәк мәғлүмәт сығарылыштары исемлегенә инә. Киң мәғлүмәт сараларының аудиторияһын өйрәнгән төркөм мәғлүмәттәре буйынса, төбәктәрҙәге тамашасыларҙы спорт, танып белеү тапшырыуҙары, фильмдар һәм сериалдар ҡыҙыҡһындыра. Ә бына күңел асыу тапшырыуҙарына, ток-шоуҙарға ихтыяж кәмегән. Рәсәйҙә телевизор ҡараусыларҙың йәше артыуы күҙәтелә. Төп аудиторияны  55 йәштән өлкәнерәктәр тәшкил итә. Шуныһы ҡыҙыҡ, телевидениеға өлөшләтә интернет-аудитория ҡайтты. Халыҡтың 72 проценты  көн һайын, ә 17,5 проценты даими рәүештә тиерлек телевизор ҡарай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика