Башҡортостан Ҡыш бабайы ҡунаҡтарҙы үҙ биләмәһендә түгел, ә халыҡ араһында ҡаршылай

Башҡортостан Ҡыш бабайы ҡунаҡтарҙы үҙ биләмәһендә түгел, ә халыҡ араһында ҡаршылай 06.01.2016

Башҡорт тылсымсыһы хәҙерге заман балаларының  телефон, планшет һораған үтенестәренә генә ғәжәпләнә. Ҡыш бабай бала-сағаға ҡиммәтле бүләктәр бирмәһә лә, телде һәм милли йолаларҙы онотмауҙарын үтенә.

Һикһәнгә артылған Ҡыш бабай - иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала йәшәй. Уның әкиттәге кеүек тылсымлы ярҙамсылары юҡ. Шуға ла бөтә эште лә үҙенә башҡарырға тура килә. Ҡарын да көрәй, йорт-ихата тирәһен дә тәртиптә тота, еләк-емешкә лә үҙе йөрөй.
Башҡортостан Ҡыш бабайы уҡымышлы һәм киң күңелле. Ул һәр ваҡыт балалар янына ашҡына.
Бала-саға янында ул йәшәреп, тағы ла дәртләнеп китә. Мәктәптә ҡырҡ йыл музыканан уҡытҡан. Моңло Ҡыш бабайға балалар ҙа башҡорт телендә шиғырҙар, йырҙар бағышлай. Уҡыусыларҙың тыуған телде онотмауҙары, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәүҙәренә Ҡыш бабай ҡыуанып бөтә алмай.
Заман балаларының теләктәре лә башҡа. Уның йәшлегендәге балалар йыһангир булырға хыялланһа, хәҙергеләр бөтә функциялары булған кеҫә телефоны хаҡында хыяллана. Әммә ауыл балаларына Ҡыш бабай ҡиммәтле телефондар бүләк итмәй.
Башҡортостанда изге Торатау итәгендә Ҡыш бабайҙың резеденцияһы эшләй. Тылсымсы үҙ биләмәһендә ҡунаҡтарҙы ҡабул итә һәм  республиканың төрлө төбәктәренән балалар яҙған хаттарҙы уҡый. Ә иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала йәшәүсе Ханнан Ҡыш бабайҙың бай билмәләре юҡ. Һикһәнде артылған ҡыш бабай ил, халыҡ араһында ҡайнап йәшәй, бала-сағаны тәмлекәстәр менән һыйлай, ололарға төплө кәңәштәр бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика