«Башҡортостан ҡыҙы» журналы йыл йомғаҡтарын барлай 23.12.2015

Баҫма коллективы «Ҡорамасылар бәйгеһе», «Әсә йөрәге» шиғри конкурсы, «Бүләккә алъяпҡыс» еңеүселәрен тәбрикләне.  Ошо уңайҙан ҙур байрам да ойошторҙо.

Ниндәй генә әйбергә тотоноуға ҡарамаҫтан, тәүҙә уның дизайнына иғтибар итер кәрәк. Сөнки төҫтәрҙең бәйләнеше буласаҡ эштең һөҙөмтәһенә  йоғонто яһай. Нәйлә Әхмәтйәнованың ҡорама ҡороу шөғөлө теген машинаһын һатып алғандан башлана. Башта ябайыраҡ әйберҙәр тегеп тәжрибә туплаһа, хәҙер үҙ шөғөлөнөң оҫтаһы булараҡ етди эштәргә тотонған. Юрған, яҫтыҡ тыштары кеүек әйберҙәрҙе лә тегеп кенә ҡалмай, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Шуларҙың береһе «Ҡорамасылар бәйгеһе». Ә материалдарҙы ул төрлө баҫма, интернет селтәрендә тәҡдим ителгәнен, йә үҙ белгәндәрен файҙалана.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы һәм интернет селтәрендәге «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә ойошторолған «Ҡорамасылар бәйгеһе»ндә теләге булған һәр кем ҡатнашты. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, беренсе тапҡыр уҙғарылған конкурс үҙ маҡсатына иреште. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан ете тиҫтәгә яҡын ҡул оҫтаһын бергә йыйҙы. Улар араһында иң олоһо 84, ә кесеһе 14 йәштә. Ниндәй генә ижад емешен миҫалға алып ҡарама, барыһы ла күркәм, сағыу. Бәйгелә бигерәк тә, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондары әүҙемлек күрһәткән. Ә Архангел районы оҫталары иһә боронғо халыҡ сәнғәтенә дан йырлап «Ҡорама байрамы»н үткәрҙе.
Әйткәндәй, бөгөнгө сара шулай уҡ, «Әсә йөрәге» бәйгенә лә йомғаҡ яһаны. Журнал хеҙмәткәрҙәре Әҙәбиәт йылы тамамланыр алдынан ғына ойошторолған шиғри конкурс шундай популярлыҡ алды, хатта Рәсәй төбәктәренән һәм Германия, кеүек илдәрҙән ҡатнашыусылар теләк белдерҙе. Әсә тигән бөйөк һүҙгә күрәһең, бер кем дә битараф ҡалманы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын ике кешегә тапшырылды.
Бәйгеселәрҙең алъяпҡыс тағып тороуҙарына ла аптырайһы түгел. Ул журналдың махсус бүләге. Әйткәндәй, был бүләк теләге булған һәр кемгә тапшырылды. Бының өсөн тик өсләтә журналға яҙылыу ҙа етә ине.
Журнал хеҙмәткәрҙәре ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандар лайыҡлы баһа алды. Улар төрлө ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Был бәйгеләр ҙә һуңғыһы булмаҫ, бары тик яратҡан журнал менән ҡалыу ҙа етә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика